Башҡортостанда тәүге балалары тыуған ғаиләләргә бер тапҡыр социаль түләү биреү буйынса план арттырып үтәлгән. Программала ҡатнашыу өсөн 5 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, уларҙан 4 964 ғаилә сарала ҡатнашыусы тип танылған, 1 750 ғаилә - таныҡлыҡ, 1 452 ғаилә аҡсалата түләү алған. Июль башында бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамына дәғүәсе ғаиләләр исемлеге киңәйтелде. Республика Башлығына килгән байтаҡ мөрәжәғәттәрҙән һуң, программаға инеү шарттары йомшартылды. 300 мең һумлыҡ түләүгә дөйөм алғанда, 8 мең самаһы ғаилә иҫәп тота ала, тип күҙаллана.




