Тарихҡа сәйәхәт

Венгрия археологтары Өфө -2 ҡаласығын ҡараны. 13 быуатта Көнсығыш Европаға күсеп киткән мадьярҙарҙың вариҫтарына Башҡортостанда табылған һәр артефакт ҡыҙыҡлы. Венгрияның Петр Пазмани исемендәге католик университеты һәм "Боронғо Өфө " тарихи-мәҙәни музей араһында хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килешеү төҙөлгән. Был килешеүгә ярашлы, бергәләп ҡаҙыу эштәре, фәнни-тикшеренеүҙәр алып барыу күҙаллана. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова яҙмаһы.

Фото №1 - Тарихҡа сәйәхәт

Өфө-2 ҡаласығының бәләкәй макетынан күренеүенсә, бында тормош гөрләп торған. Халыҡ балсыҡтан һауыт-һаба, тимерҙе һәм аҫыл таштарҙы эшкәртеп ювелир биҙәүестәр яһаған, тире һәм күн менән эш иткән. Юлдар имәндән түшәлгән. Радиоуглерод ысулы ярҙамында уларҙы тикшереү, был артефакттарҙың 1 быуатта уҡ булыуын дәлилләй. Ғалим-археологтар билдәләүенсә, мәҙәни ҡатлам 2,5-һәм 4 метрҙан уҡ башлана. Башҡортостанға археологик эҙләнеүҙәр артынан килгән венгр ғалимдарына был ҡаласыҡта табылған һәр артефакт ҡыҙыҡлы. Венгрияның Петр Пазмани исемендәге католик университеты доценты, археолог Атилла Төрк Башҡортостан ғалимдарының эҙләнеүҙәре моногорафияларҙа уңышлы сағылдырыла. Бында археологик асыштар өсөн мөмкинлектәр киң тип, билдәләй.

Аттилла Төрк, «Петр Пазмани» исемендәге католик университеты доценты, археолог/Венгрия/:

«Әҙәби сығанаҡтарҙан был боронғо ҡала хаҡында яҡшы беләбеҙ. Был билдәле һәм бай ҡомартҡы. Бында беҙҙең хеҙмәттәштәр бик күп ҡаҙыу эштәре башҡара һәм монографиялар ҙа баҫтырыу мөмкинлегенә эйә.»

Автор: Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ