Хәүефле ҡыҙылса

Республикала 12 кеше ҡыҙылса йоҡторған, уларҙың етеһе - балалар. Хәүефле диагноз Өфө ҡала һәм районы, Иглин районы медицина учреждениеларына эләгеүселәргә ҡуйыла.

Бәхеткә, үлем осраҡтары юҡ. Ауырыуҙарға ваҡытында дауалау курстары ойошторола. Уларҙың яҡындары ла 21 көнгә медицина күҙәтеүе аҫтына алынған. Әйткәндәй, уҙған дүрт йылда вируслы сирҙән яфаланыусылар һаны күпкә кәмерәк була, йылына бер-ике осраҡ ҡына. Ҡыҙылсаның таралыуы - күптәрҙең профилактик сараларҙан баш тартыуына бәйле. Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы ҡыҙылсаның ҡурҡыныс сир булыуы тураһында хәбәр итә. Был ауырыуҙан тик вакцинация үтеп кенә һаҡланырға мөмкин. Вирус ғәҙәттә, һауа-тын юлдары аша күсә. Сирҙең тәүге билдәләре киҫкен респиратор вирус инфекцияһына оҡшаш: температура күтәрелә, тамаҡ ауырта, йүтәлләтә, танау тона, дүрт-биш көндән тәнде ҡыҙыл таптар ҡаплай башлай. Ауырыуҙың хәле көндән-көн киҫкенләшә, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәгәндә, ул етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Автор: Гөлназ Хайбуллина