Ташландыҡ документтар

Өфөләге автосалондарҙың береһе үҙ клиенттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе көнкүреш ҡалдыҡтары һауыттарына ырғытҡан. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы йыртып йәки тураҡлап ташлауҙы ла кәрәкле тип тапмаған.

Фото №1 - Ташландыҡ документтар

Фидан Ғәлләмов документтарының күсермәһе сүп-сар араһында туҙып ятыуын бөтөнләй сит кешеләрҙән ишетә. Шылтыратып әйтәләр. Ул тәүҙә шаяртыу йәки мутлашыусылар тип уйлай. Әммә интернеттағы видеояҙманы ҡарағандан һуң ышанырға тура килә. Сүп-сар һауыты эсендәге күсермәләр араһында Фидан үҙенең фотоһүрәтен һәм башҡа документтарын күреп ҡала.

Фидан Ғәлләмов, зыян күреүсе: «Мин һаман ышана алмайым, был бит яуапһыҙлыҡ. Бында шәхесемде асыҡлаған мәғлүәмәттәр бик күп. Әгәр мутлашыусылар ҡулына эләкһә кем яуап бирәсәк. Был осраҡты улай ғына ҡалдырырға ярамай, ғәйеплеләр язаһын алырға тейеш»

Сүп-сар һауыты автосалондың артында ғына тора. Фидан күптән түгел генә ошонда автомобиль һатып алған. Егет фекеренсә, күсермәләрҙе үҙәк хеҙмәткәрҙәре сығарып ташлаған булырға тейеш. Утилләштереүҙең тап ошондай алымын һайлауҙары ғына аңлашылмай, сөнки был ҡағыҙҙарҙа клиенттар хаҡындағы шәхсән мәғлүмәттәр тупланған.

Елена Йәғәфәрова, һатыу бүлеге етәксеһе: «Автосалондың утилләштереү пункты юҡ. Машина килеп документтарҙы алып китә һәм улар ситтә юҡҡа сығарыла. Күрәһең, был видеояҙма транспорт килеп тейәгәнгә тиклем төшөрөп өлгөрөлгән. Тимәк, киләсәктә ташланасаҡ йөктө алдан сығарырға ярамай, бары машина килер алдынан ғына»

Автосалон клиенттары өсөн был осраҡтың осо килеп сығыуы ихтимал. Юристар фекеренсә, кредит менән мутлашыуҙарҙан тыш башҡа ысулдар ҙа бар.

Илдар Мөхәмәтйәнов, адвокат: «Әлеге ваҡытта кешенең паспорты һәм башҡа документарының күсермәләрен кредит алыуҙа ҡулланыу менән генә сикләнмәйҙәр. Шәхси мәғлүмәттәрҙе законһыҙ рәүештә файҙаланыу менән бәйле енәйттәрҙең күбеһе интернет селтәрендә теркәлә.»

Автосалон хеҙмәткәрҙәре был осраҡтан һуң ихатала тәртип урынлаштырған. Тик һуңлап. Интернеттағы видеояҙма меңдәрсә кешенең, шул иҫәптән хоҡуҡ һағында тороусыларҙың да иғтибарын йәлеп итеп өлгөрҙө лә инде.

Гүзәл Мәсәғүтова,Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы: «Компания был осраҡта шәхсән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау хаҡындағы ҡануниәтте боҙған. Быға бәйле, Өфө районы прокуратураһы автосалон етәкселегенә ғәйепле хеҙмәткәрҙәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итеп тәҡдим индерҙе.»

Кеше хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙы тәьмин итмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, шәхси тормошҡа зыян килтереү иҫбатланған хәлдә енәйти яуаплылыҡҡа ла тарттырырға мөмкин.

Фидан Ғәлләмов иһә әле бер нисә банкка мөрәжәғәт әҙерләгән. Сөнки гарантия юҡ, бер нисә айҙан коллекторҙар килеп ишек ҡаҡмаҫ тимә.

Автор: Р.Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ