Кешелек бөтә дәүерҙәрҙә лә шифалы үләндәр менән дауаланыуға өҫтөнлөк биргән. Һуңғы йылдарҙа альтернатив медицинаға иғтибар итеүселәр артыуы күҙәтелә. Дарыу үләндәрен йыйыусылар, Башҡортостан тәбиғәтен үҙе бер шифа тип иҫәпләй. Нуриман районынан хәбәрсебеҙ Флорида Ким.
Июль шифалы үләндәрҙе йыйыу өсөн иң ҡулай осор. Шуға ла Рәсәйҙә киң билдәле, үләндәр менән дауалаусы табип Михаил Гордеев йәйҙе көтөп ала. Мәскәүҙә, Екатеринбург, Өфө ҡалаларында урынлашҡан фито-үҙәктәрҙе дарыу үләндәре менән тәьмин итеп өлгөрөргә кәрәк. Табипҡа был эштә ун ике ирекмән ярҙам итә. Уларҙың икәүһе генә Башҡортостандан. Селлә эҫелә көн эйләнәһенә урман-ҡырҙарҙа үлән йыйыу, палаткаларҙа йәшәү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Әммә йәйге каникул ваҡытында уҡыусылар һәм студенттар ҙа ярҙамға килә. Үҫемлектәр йыйып улар килем алыу мөмкинлегенә лә эйә.
Дарыу үләндәрен йыйыу ҙур оҫталыҡ һәм белем талап итә. Шуға ла уның тәртибен һәм ҡағиҙәләрен белеү шарт. Үләндәрҙе экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйырға кәрәк. Машиналар күп йөрөгән юл буйындағы үҫемлектәр газ менән ағыуланған була. Шулай уҡ баҫыу ситендә үҫкәнен өҙөү ҙә тыйыла, сөнки эргәлә генә игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу маҡсатында ағыулы препараттар ҡулланыла. Дарыу үләндәренең күбеһен ҡырҡып алырға кәңәш ителә. Ҡуйы үҫкәнен сабып та алырға мөмкин. Үләндәрҙе дөрөҫ итеп киптерә белергә кәрәк: ҡайһы бер үҫемлек күләгә, икенселәре - ҡояш ярата. Белгестәр әйтеүенсә, ҙур күләмдә йыйылған үләндәрҙе тәбиғи шарттарҙа киптереүе бик ауыр, сөнки һауалағы дым, ямғырҙар ҡамасаулай. Үҫемлектәрҙе махсус киптереү бүлмәләрендә кәмендә илле градус эҫе булырға тейеш.
Күптәр үләндәр менән дауаланыуҙы бөтөнләй зыянһыҙ тип иҫәпләй. Әммә был яңылыш фекер. Дөрөҫ ҡулланмағанда йәки артығын файҙаланғанда үҫемлектәрҙең һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Үләндәр менән эш иткәндә "самаһын белһәң - дарыу, белмәһәң - ағыу" тигән әйтемде оноторға ярамай.




