Бөрө ҡалаһынан Марат Назаров ете йыл ер еләге үҫтереү менән шөғөлләнә. Ғаилә бюджеты өсөн дә, халыҡ өсөн дә файҙаһы күп ти булдыҡлы баҡсасы
Себерҙән ҡайтҡан йәш ғаилә үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. 2011 йылда Борай районы Вострецово ауылында ташландыҡ картуф баҡсаһында еләк үҫтерергә ҡарар итәләр. Беренсе уңыш Назаровтарҙы дәртләндерә. «Ромашка» фестиваль сорты һалған көстө аҡлай. Былтырғы йәйҙә ғаилә 300 һум саф табыш алған.
Дүртенсе класты тик бишкә генә тамамлаған Артур, көн һайын таңдан тороп, атаһы менән еләк баҡсаһына эшкә килә. Былтыр хеҙмәт хаҡына тау велосипеды һатып алһа, быйыл ноутбук тураһында хыяллана. Эш хаҡы ауыл халҡын да ҡыҙыҡтыра. Биш литрлы бер биҙрә еләк йыйыу - йөҙ һум. Баҡса еләге тиҙ йыйыла. Тырышһаң, уңыш миҙгелендә көн һайын бер мең һум һәм унан да күберәк аҡса эшләргә мөмкин. «Беҙҙең яҡта ҙур питомниктар булмағас, һатыу менән ауырлыҡтар тыумай», - ти Зөлфиә һәм Марат Назаровтар. Химик ашламаһыҙ үҫтерелгән еләкте Бөрө, Өфө баҙарҙарында бик теләп алалар. Күмәртәләп һатып алыусылар ҙа килә. Киләсәктә аралашсыһыҙ, халыҡ менән туранан-тура эшләргә ниәтләйҙәр.
Тырыш ғаилә өлгөһөнә ауылдаштары ла эйәрә. Назаровтар еләк үҫтереү серҙәре менән ихлас уртаҡлаша. Киләсәктә үҫентеләр һатыу, башҡа төр йәшелсә-емеш үҫтереү тураһында ла хыяллана улар.




