Күгәрсен районының Айһай-Мөрсәләй ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамы үтте. Урындағы халыҡ тирмәләр ҡороп, ҡунаҡтарҙы ҡурай, гармун моңдары, дәртле йырҙар менән ҡаршы алды.
Үҙешмәкәр артистарҙың концерт программаһы тыуған тәйәккә һөйөү менән һуғарылғайны. Район хакимиәте етәкселеге байрам уңайынан оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙы, фиҙаҡәр эшләүсе ауыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләне. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара сиктәрендә милли аш-һыу һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре лә ойошторолдо. Билдәле булыуынса, Айһай-Мөрсәләй ауылына 18-се быуатта нигеҙ һалынған. 60-сы йылдарҙа бында етмешкә яҡын йорт була. Бөгөн урамдар һирәгәйгән, шулай ҙа һуңғы осорҙа йәштәрҙең ауылға ҡайтып, бер-бер артлы йорт күтәреүе күҙәтелә. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан биләмә баҡсасыларҙы ла үҙенә ылыҡтыра
Ауылдаштар күренекле яҡташтары, Советтар Союзы геройы Суфый Суфияновтың ҡәберенә сәскә гөлләмәләре һалыуҙа ҡатнашты. Яугирҙың ҡаһарманлығын, фронтта күрһәткән батырлығын иҫкә алдылар. Шулай уҡ байрамды ойоштороусылар халыҡ өсөн бәләкәй һабантуй ҙа үткәрҙе. Сара ҡунаҡтары төрлө милли уйындарҙа ҡатнашып күңел асты.




