Франция йыйылма командаһы футбол буйынса Донъя чемпионы

Финалда улар Хорватияны 4:2 иҫәбе менән еңде. Ә инде бронза миҙалдарға Бельгия вәкилдәре лайыҡ булды. Мундиалдың иң яҡшы уйынсыһы тип Лука Модрич танылды. Хорватия командаһы ярымһаҡсыһына "Алтын туп"ты Рәсәй президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ҡойма ямғыр аҫтында уҙған бүләкләү тантанаһында шулай уҡ Халыҡ-ара футбол федерацияһы етәксеһе Джанни Инфантино, Франция һәм Хорватия президентары ла ҡатнашты. Сит ил лидерҙары һәм көйәрмәндәр донъя чемпионатының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Киләһе турнирҙы 2022 йылда Катар ҡабул итә.