Благовещенда ҡала көнө билдәләнде. Байрамға төбәктә йәшәүселәр генә түгел, бөтә республика халҡы әүҙем ҡушылды. Биш йөҙҙән ашыу спортсы икенсе йыл рәттән ҡала көнө уңайынан уҙғарылған ярыммарафонда ҡатнашып, үҙ көсөн һынаны.
Эҫе һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Благовещен урамдары буйлап йүгерергә сығыусылар алдағы йылдарҙан 30 процентҡа күберәк. Ойоштороусылар төрлө ҡатмарлыҡтағы өс дистанция әҙерләгән. Спортсылар 2, 7 һәм 21 саҡрым арауыҡҡа йүгерҙе. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, сара Өфөлә уҙасаҡ халыҡ-ара марафонға ныҡлы әҙерлек булып тора. Баш ҡалала спорт бәйгеһе 2 сентябргә тәғәйенләнгән. Дүрт дистанцияла бөтә Рәсәйҙән йыйылған өс меңләп еңел атлет үҙ көсөн һынаясаҡ.
Благовещенда ҡала көнө уңайынан шулай уҡ баскетбол ярышы, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты, берәүҙәр кино ҡарап кинәнһә, бәләкәстәр ата-әсәләре менән коляскалар парадында ҡатнашты. Байрам бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.




