28 июлдә Бөтә Донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. 18 июлдән 28 июлгә тиклем бауырҙы бушлай тикшереү мөмкинлеге буласаҡ. С һәм В гепатиттары-бауырҙың елһенеү ауырыуы.
Урында йәшәүселәр гепатит барлығын асыҡлау өсөн тәүтикшереү үтә ала. Анализдарҙы 28 июлдә «Башкирия» лайфстайл-үҙәгендә 12:00- 17:00 сәғәттәрҙә тапшырыр кәрәк. С гепатиты билдәһеҙ башлана һәм бар организмды тарҡата. Рәсәйҙә был сир менән яфаланыусы 3,6 млн кеше йәшәй.
В гепатитынан вакцинация яһап, үҙеңде һаҡлап алып ҡалып була. С гепатиты күптән түгел генә дауалана башланы. Киләһе адрестар буйынса бауырҙы тикшертеү мөмкинлеге бар:
- 18 июль- Поликлиника №46 ;
- 19 июль- Поликлиника №32;
- 24 июль- Поликлиника №1;
- 25 июль-Поликлиника №43;
- 26 июль- Поликлиника №50 г.
Тикшереү алдан яҙылыу буйынса 14.00- 18.00 сәғәттәрҙә башҡарыла.
Республиканың район-ҡалаларында йәшәүселәр өсөн:
- 20, 23, 27 июля – 4-се һанлы инфекция-клиник дауаханаһының консультатив-диагностика бүлегендә 14.00 - 18.00 сәғәттәрҙә алдан яҙылыу буйынса тикшереү ойошторолаБелешмә өсөн телефон һандары: (347) 250-54-95, 8-917-460-36-12.
Фото: Интернет




