Башҡортостанда республика парламентына депуттаттар тәҡдим итеү эше әүҙем бара. Әлеге ваҡытҡа бер мандатлы 86 кандидат сығарылған. Был мәғлүмәтте Үҙәк һайлау комитеты хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, 66 кеше төрлө партиялар исеменән сығыш яһай, ҡалған 20 кеше-үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итә. Шул уҡ "Берҙәм Рәсәй", "Ғәҙел Рәсәй"һәм "ЛДПР" партиялары үҙ кандидаттарының исемелеген тәҡдим итте. Уларҙа 156, 118 һәм 113 кеше тәшкил итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау кампанияһына депутаттар тәҡдим итеү 21 июлгә тиклем дауам итәсәк. Ҡоролтайға һайлау 9 сентябрҙә уҙасаҡ.




