Өфөлә ял көндәрендә ҡотҡарыусылар һигеҙ кешене һыуҙан сығара

Уҙған ял көндәрендә һигеҙ кешене һыуҙан ҡотҡарып алып ҡалалар. Ике ял көнөндә ҡаланың махсус һыу инеү урындарына 3,5 мең кеше килгән.

Фото №1 - Өфөлә ял көндәрендә ҡотҡарыусылар һигеҙ кешене һыуҙан сығара

Был көндәрҙә һыуҙа һигеҙ бәхетһеҙ осраҡты кисектереп ҡалғандар. Теплое күлендә ҡотҡарыусылар өс оло кешегә һәм бер балаға ярҙам күрһәтә. 39 йәшлек ир һәм уның 12 йәшлек улы тәғәйенләнмәгән урында һыу инә. Уларҙы ағм алып китә яҙа. Киләһе көндө ошо уҡ урында ике ирҙе ҡотҡаралар.

Өфө йылғаһында тағы ла ике кешене ҡотҡаралар. 18 йәшлек егет, иҫерек килеш, йылғаны йөҙөп сығырға уйлай , тик саҡ батмай ҡала. Тағы ла 31 йәшлек ирҙе ағым йылға уртаһына алып китә. Уға ла ярҙам күрһәтелә. Урында йәшәүселәрҙе һыу ингән ваҡытта иғтибарлы булырға саҡыралар.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ