Суд ҡарарын яңынан ҡараясаҡ хөкөм итеүселәрҙең һаны билдәләнде. 3 июлдә хөкөм ителеүселәрҙең ваҡытына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер дөйөм режимлы һәм холоҡ төҙәтеү колонияһында булғандарға бер көн 1,5 көнгә тура килә һәм колония-поселениела ултырыусыларға бер көн ике көнгә һанала.
Хәбәр итеүҙәренсә, күп кенә хөкөм итеүселәргә иректән мәхрүм итеү ваҡытын ҡыҫҡартыуҙары мөмкин. Ҡарарҙы яңынан судҡа тикшерәсәктәр. Республикала закон үтәлешенә ике меңдән кеше эләгәсәк.
Уларҙың 1796-һы- дөйөм режимлы колонияла ултыра. 217 – колония- поселенияла һәм 57 -һе– холоҡ төҙәтеү колонияһында. Башҡортостанда барлығы 10 700 кеше һаҡ аҫтында.
Фото: Интернет




