Йәйге cәсеү

Быйыл да Урал аръяғы төбәктәре йыш ҡабатлана торған ҡоролоҡҡа дусар булды. Ҡояшлы һәм ямғырһыҙ көндәр үләндәрҙе киптерҙе, тау биттәрендәге ҡылған һарғайып ҡатты. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар әлеге ваҡытта ҡышҡылыҡҡа мал әҙерлеге әҙерләй. Яуым-төшөмдөң былтырғынан биш тапҡырға кәмерәк булыуын иҫәпкә алып, Әбйәлилдәр үлән сәсеүгә тотонған. Үҫтерелгән уңышты улар көҙгөлөккә сабып алырға ниәтләй.

Фото №1 - Йәйге cәсеү

Һуңғы бер нисә йылда "Башаҡ" хужалығының был люцерна баҫыуы даими уңышы менән һөйөндөргән. Әммә быйылғы ҡоролоҡ күп йыллыҡ үләнгә баш ҡалҡытырға мөмкинлек бирмәгән. Шуға ла беренсе сабыуҙан һуң ауыл эшсәндәре майҙандарҙы эшкәртеп, кәрешкә һәм һоло сәсергә ҡарар иткән. Эште тиҙ арала башҡарып сығыу өсөн ҡеүәтле "К 700" тракторы йәлеп ителгән.

Әлеге ваҡытта хужалыҡта 600-гә яҡын мал иҫәпләнә. Уларҙың 200 башы һауым һыйырҙары. Әлбиттә, төп табыш һөттән алына, шуға ла ауыл эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә мал аҙығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Район буйынса бөгөн күп йыллыҡ үләндәр 3 мең 600 гектарҙа сабылған. Был майҙандарҙан ике мең тонна сенаж һәм бер мең тонна бесән әҙерләнгән.

Йәйге сәсеү көҙгөлөккә яҡшы уңыш бирер тип көтөлә. Һәр хәлдә һуңғы көндәр Әбйәлил районы халҡын күптән көтөлгән ямғыр менән ҡыуандара. Тимәк, был ауыл хужалыҡтарына икенсе сабыуҙа ла мул уңыш алыуға өмөт уята.

Автор: Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ