Өфөлә гараждарҙы һүткәндән һуң хәүефле соҡорҙар ҡала

Өфө хакимиәтендә яңы килеп тыуған проблеманы тикшерҙеләр. Ҡала эсендә гараждарҙы һүтеп алғандан һуң, тәрән соҡорҙар ҡалған.

Фото №1 - Өфөлә гараждарҙы һүткәндән һуң хәүефле соҡорҙар ҡала

Быға тиклем соҡорҙар гараж хужаларының баҙы булған. Гараждар алынғандан һуң, соҡорҙар һәм сүп-сар өйөмдәре ҡала. Оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, был соҡорҙар кеше өсөн хәүефле урын.

Соҡорҙарға балалар ғына түгел, ололар ҙа ҡолап төшөүө ихтимал. Яуаплы кешеләргә килеп тыуған проблеманы хәл итеү ҡушылды. Яҡын арала элекке баҙҙарҙы юҡ итесәктәр.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ