Өфөнөң "Ватан" паркында шауларға ярамай. Йәйге осорҙа ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары был ерҙә һуңға тиклем ял итергә ярата. Телеүҙәк районында йәшәүселәргә, төнгө ваҡыттағы шау-шыу ҡамасаулай.
Ҡала хакимиәтенә был мәсьәлә буйынса ялыу килә. Шуға күрә, 23:00 сәғәттән һуң паркта һәм йылға буйында шауларға ярамай, тигән билдәләр ҡуйыла. Унда закон тураһында тулы мәғлүмәт бирелә.
Яңы билдәләр яҡтыртыу материалынан яһалған, ҡараңғыла һәр кем күрә ала. Әгәр ҙә төнгө ваҡытта шаулаһалар, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы 5000 һум күләмендә штраф көтә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йәй башынан алып төнгө ваҡытта шаулағандары өсөн 75 кешегә штраф һалына.
Фото: Интернет.




