Проблемалы йорттарҙы сафҡа индереү өс йылдан тамамланырға тейеш. Был турала бөгөн Рөстәм Хәмитов өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау сараларына арналған ултырышта белдерҙе. Әле республикала төҙөлөш туҡтаған 95 объект иҫәпләнә, зыян күреүселәр реестрына 2 меңдән ашыу кеше индерелгән, тағы 5 меңдән ашыу ғаиләгә фатирҙарҙы тапшырыу срогы боҙолған. Туҡтаған төҙөлөштәр нисек йәнләндерелә һәм Республика етәкселеге тарафынан ниндәй саралар күрелә?
Фатирлы булыу кешенең иң ҙур хыялы, ошо маҡсатҡа ирешеү теләге, хатта, күптәрҙең аңын томалай. Улар төҙөлөш компаниялары хаҡында мәғлүмәт, белешмә туплауҙы ла кәрәк тип тапмай, татлы һүҙҙәргә ышанып тиҙерәк аҡсаһын индерә һала. Ә мутлашыусылар бер ҡатлылыҡ менән файҙаланырға ғына тора, өлөшсөлөр иҫәбенә байый, кеҫәһен ҡалынайта . Ә кешеләрҙең хыялы буш ҡыуыҡ һымаҡ шартлағас митингтар, хаттар яуҙырыу башлана. Республика етәкселегенә иһә проблеманы үҙ иңенә алырға тура килә. Былтырҙан алып күп ҡатлы биш йорт хужаларына тапшырылған, әммә алданыусыларҙың исемлеге артып ҡына тора. Халыҡ беҙҙән ярҙам көтә, һәр бер объект буйынса айырым ҡарар ҡабул итеү талап ителә, тине Рөстәм Хәмитов.
Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Иглин райондары иң ҡыҙыу нөктәләр, проблемалы объекттарҙың күбеһе ошо муниципаль берәмектәргә тура килә. Әлбиттә, хоҡуҡ һағында тороусылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай, мутлашыусыларҙың ғәйебен иҫбатлау, яуаплылыҡҡа тарттырыу бара. Күп эштәр әле тикшереү, ҡаралыу өҫтөндә.
Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау ниәтендә ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде, хәҙер финанс яуаплылыҡ һатып алыусылар иңенә түгел, банктарға ята. Бынан тыш, фонд төҙөлгән, һәр бер төҙөлөш ойошмаһы уның иҫәбенә 1 проценттан ашыу аҡса күсерергә бурыслы. Был алымдар киләсәктә проблеманың юҡҡа сығыуына килтерәсәк. Әммә кеше өсөн бөгөнгөһө ҡәҙерле, күптәр фатирҙы һуңғы аҡсаһын биреп ала, ипотекаға бата.
Проблемалы объекттарҙы сафҡа индереү генә түгел, уларҙы хеҙмәтләндереү, инфраструктура менән тәьмин итеү бурысы ла тора. Кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау, шарттар тыуҙырыу төп маҡсат, тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы проблемалы обьекттар менән көн һайын, өҙөклөкһөҙ шөғөлләнеү бурысын ҡуйҙы. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың йорттарын сафҡҡа индереү өсөн бар ысулдарҙы, мөмкинлектәрҙе файҙаланыу мотлаҡ, Республика етәкселеге иһә бар яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, тине Рөстәм Хәмитов. Төҙөлөш туҡтаған йорттар артында меңдәрсә ғаиләләрҙең яҙмышы ята, улар үҙ проблемаһы менән япа-яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел.




