"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проектына ярашлы, быйыл Өфөлә 52 юл участкаһы төҙөкләндереләсәк. Яңыртылған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо һикһән километрҙан ашыу. Эш күләме былтырғы менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк. Үткән йыл программа сиктәрендә 62 саҡырым асфальт яңыртылды.
Быйыл күләмле эштәрҙең береһе баш ҡаланың Блюхер урамында башланған. Төҙөүселәр Чудинов һәм Зорге урамдары киҫелешенә тиклем асфальт ҡатламын яңыртасаҡ. Әле юлдың иҫке япмаһы алынған да инде. Эшселәр бордюрҙар урынлаштырыу һәм тротуарҙарҙы яңыртыу менән мәшғүл.
Блюхер урамы баш ҡаланың төп автомобиль юлы һаналған Октябрь проспектына альтернатив юл. Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә транспорт тығыны барлыҡҡа килгән осраҡта водителдәр тап ошо урам аша урап үтә. Ләкин уның йылдар дауамында төҙөкләндерелгәне юҡ ине. Хәҙер транспорт хәрәкәте көсөргәнеше лә кәмер, тип ышана төҙөүселәр.
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проекты тотош илдә 2016 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Өфө агломерацияһы башҡарыласаҡ эш күләме буйынса иң ҙурыһы. Һуңғы ике йыл дауамында баш ҡала һәм яҡын тирәләге юлдарҙа тиҫтәләп километр асфальт яңыртылған. Яңы светофорҙар ҡуйылған һәм йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр төҙөлгән. Әле Өфө агломерацияһында 1 мең 3 йөҙ километрҙан ашыу юл иҫәпләнә. 2025 йылға тиклем уның 1 мең 100 ашыуын тейешле нормаларға тап килтереү күҙаллана.




