Йөк автомобиле водителе кузовындағы ҡомдо баҫыуға ауҙарған

Йөк автомобиле водителе үлсәү контроле пункты алдында кузовындағы ҡомдо баҫыуға ауҙарған.

Фото №1 - Йөк автомобиле водителе кузовындағы ҡомдо баҫыуға ауҙарған

Ғәҙәти булмаған хәл кисә Ауырғазы районында теркәлгән. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары ауырлығын тикшереү өсөн Шакман автомобилен туҡтата. Әммә яза алыуҙан ҡурҡан водитель рулен баҫыуға ҡарай бороп, арбаһындағы бар йөктө бушата.

Водителдең шәхси йөк ташыусы булыуы асыҡлана. Үлсәүгә баҫмағанға күрә инспекторҙар уның күпме йөк тейәгәнен билдәләй алмаған. Шуға ла руль артындағы ир бер ниндәй штрафһыҙ ҡотолған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ