Йөҙ йыллыҡҡа - 100 объект

Республиканың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостанда мөһим социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшө дауам итә. Благовар районында мәҫәлән, үҙәк район дауаханаһы сафҡа инер тип көтөлә. Эш былтыр декабрҙә башланған. Әлеге ваҡытта учреждениеның беренсе ҡаты тамамланған.

Был биналарҙың сафҡа инеүенә 100 йылдан да кәм түгел. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда бушап ҡалған объекттар һаулыҡ һаҡлау тармағына тапшырыла. Шуға ла Благовар районы үҙәгендә дауахана корпустары поликлиника булараҡ төрлө ерҙәрҙә урынлашҡан. Бина үҙенә күрә ныҡ, әммә дауахана талаптарына тура килмәй. Былтыр дауалау учреждениеһының яңы корпусына нигеҙ һалынды.

Объектта эш бер минутҡа ла тынмай тиерлек. Эшсе ҡулдарға ла ҡытлыҡ юҡ. Сөнки башҡа төбәктәрҙән килгән ташсыларға, урындағы халыҡ та ярҙам итә. Шуға төҙөлөштә тотҡарлыҡтар ҙа һиҙелмәй. Әйткәндәй, өс ҡатлы хирургия корпусы менән берлектә урында туҡланыу блогы һәм транспорт туҡталҡаһын төҙөү эштәре лә алып барыла.

Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында иһә өр-яңынан мәктәп төҙөләсәк. Әле белем усағына нигеҙ һалынмаған. Эш ошо арала башланыр тип күҙаллана. Ләүйылғала мәктәп бар барлығын, тик бина күптән инде авария хәлендә. Шуға ҡарамаҫтан педагогик коллектив бар яҡлап та уҡыусыларға уңайлыҡтар тыуҙырырға тырыша. Әле улар яңы уҡыу йылына тулыһынса тиерлек әҙер.

Ун саҡрымға тиклем һуҙылған ауылда мәктәп Ләүйылғаның ҡап уртаһында урынлашасаҡ. Уҡыусы-уҡытыусыларға йөрөргә уңайлы булһын өсөн уйланылған. Мәктәпте 2019 йылдың 1 сентябренә тапшырыу күҙаллана. Благовар үҙәк район дауаханаһының яңы корпусы ла шулай уҡ киләһе йылдың ноябрендә төбәк пацинеттарын ҡабул итәсәк.

Автор: Азат Ғәлиуллин