Татлы исем етештереүсеһендә ҡалды

Ҡарламан продукты менән Омск етештереүселәренең вәкиле "Ҡарламан" сауҙа йорто араһында дауам иткән дәғүәләшеүгә нөктә ҡуйылды. Суд ҡарары менән Ҡарламан ҡуйыртылған һөтөнөң этикеткаһы менән бары тик тауар билдәһе хужаһы, йәғни "Ҡарламан продукты" ғына ҡулланырға хоҡуҡлы. Башҡортостанда етештерелгән ҡуйыртылған һөттөң сифаты тотош илгә билдәле. Шуға ла уның этикеткаһына оҡшаш тауар билдәһе аҫтында Омск етештереүселәре ҡуйыртылған һөт етештерә башлағайны. Әлбиттә, уның сифаты күпкә ҡайтышыраҡ булып сыҡты. Был мутлашыу һөҙөмтәһендә тәү сиратта ябай һатып алыусылар зыян күрҙе.

Фото №1 - Татлы исем етештереүсеһендә ҡалды

Аделина Йәғәфәрова, адвокат: «Был осраҡта тәү сиртта ҡулланыусылар зарар күрҙе. Этикеткаһына ҡарап Ҡарламанда етештерелгән ҡуйыртылған һөт тип Омск продукцияһын ала торғайнылар. Һуңынан уның сифатына зарландылар Тауар билдәһе ысын хужаһына күскәс, бындай аңлашылмаусанлыҡ булмаҫ тип ышанам.»

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ