Кәзә үләне сенажға

Сенаж һутланған осор. Архангел районында мал аҙығын әҙерләү дәррәү бара. Хужалыҡтар бесән йыйыу менән бер рәттән сенаж соҡорҙары ла тултырыла. Күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарында техника тауышы тынғаны юҡ. Маҡсат аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплап ҡалыу.

Иҫке Ирныҡшы ауылы эргәһендәге болонда тракторҙар геүләй. Сабитов исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығында кәзә үләне өлгөргән. Уның һуты китмәҫ борон сенаж һалып ҡалырға кәрәк, ти хужалыҡ етәкселәре.

Шамил Латипов, крәҫтиән-фермер хужалығы идарасыһы: «Беҙҙен план: тәүгеһенән – сенаж, икенсеһен бесән алыу. Шул уҡ ваҡытта икенсе яландарҙа бесән әҙерләйбеҙ.»

Туралған йәшел массаны дүрт машина ташып өлгөртә алмай. Үлән тығыҙлап соҡорға һалына. Сенаж ҡышҡа тиклем үҙенең сифатын юғалтмаһын өсөн биоконсервант та ҡушыла. Дөйөм алғанда районда мал аҙығын әҙерләү эше дәррәү бара.

Архангел хәтфә болондары, йәшел туғайҙары менән дан тота. Мал аҙығын әҙерләү төбәк эшсәндәре өсөн айырыуса яуаплы осор. Быйыл да улар ҡуйылған бурысты теүәл үтәп, ураҡ эштәренә тиклем ҡураларҙы малдарға етәрлек күләмдә сенаж һәм бесән туплап ҡуйырға иҫәпләй.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин