Йәйге каникул ваҡытында юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәндәрҙең төп бурысы. Йәш быуынға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкәртеү маҡсатында ял лагерҙарында профилле сменалар эшләй башланы.
Каникулды күңелле генә түгел, файҙалы итеп үткәреүселәр ҙә әҙ түгел. Бөгөн Орджоникидзе районындағы "Йәшлек" лагерына Башҡортостан райондарынан дүрт тиҫтәнән ашыу бала йыйылды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған тәрбиә сараһы ете көнгә иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә балалар уйын формаһы аша юл ҡағиҙәләре өйрәнәсәк.
Лагерҙа юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн төрлө алымдар ҡулланыласаҡ. Алдағы ете көндә балаларҙың ял йорто йәйәүлеләр юлы, светофорҙар менән йыһазландырылған бәләкәс ҡаласыҡҡа әйләнәсәк. Бында уҡыусылар өсөн төрлө квест, тренинг, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.
Иң мөһиме хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлаған барлыҡ саралар ҡала урамдарында йөрөгән балаларға файҙа килтерһен. Ойоштороусылар ҡуйған төп маҡсат ошо. Үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы һәләкәттәрҙе, имгәнеү осраҡтарын кәметеү.




