Белемле йәштәр - ил терәге

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультеты студенттарының сығарылыш кисәһе үтте. Төбәктең төп уҡыу йортон тамамлаған утыҙ биш йәш белгес үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫты. Улар араһында магистратурала белем алыуҙы дауам итергә теләүселәр ҙә байтаҡ. Кемдер республиканың киң мәғлүмәт сараларында эш башларға әҙер.

Фото №1 - Белемле йәштәр - ил терәге

Уҡыу йортонда журналистика факультеты 1989 йылда асыла. Утыҙ йыл эсендә уны меңләп студент тамамлаған. Әлеге ваҡытта йәш белгестәр өсөн иң мөһим һорау лайыҡлы эш урыны табыу менән бәйле.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ