Дәүләкән районы Калиновка ауылында буласаҡ космонавтар һәм инженерҙар әҙерләнә.
СССР-ҙың атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәптең тәүге сменаһы тамамланды. Тиҙҙән тағы ла өс тиҫтәгә яҡын һәләтле бала лагерға ҡабул ителәсәк. Йәйге каникулды файҙалы үткәреү өсөн бында барлыҡ шарттар булдырылған - авиация хаҡында мауыҡтырғыс лекциялар, практик күнекмәләр, тренингтар ойошторола. Егет-ҡыҙҙар билдәле осоусылар, космонавтар менән дә осраша. Ракета, самолет һәм вертолеттарҙың бәләкәй күсермәләрен - моделдәрен әҙерләй. Силәбе өлкәһенән Олеся Алексеева аэрокосмик мәктәптә ҡатнашырға күптән хыяллана. Мәғариф проектына эләгеүе осраҡлы түгел. Быйыл ул - Можайский исемендәге халыҡ-ара авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса олимпиадала еңеүсе тип таныла




