Урыҫбайҙа - яңы мәсет

Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында мәсет асыу тантанаһы урындағы халыҡ өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға.

2015 йылда граждандар сходы ваҡытында ауылда иман йорто төҙөлөшөн башлау ҡарары сығарыла. Был изге ниәтте тормошҡа ашырыуға урыҫбайҙар район хакимиәтен, бағыусыларҙы ла йәлеп итә. Аҡсалата ғына түгел, ҡул көсө менән дә ярҙам итеүселәр табыла. Төҙөлөш эштәренең ҡыҫҡа ваҡытта башҡарылыуы - мәрхәмәтле кешеләрҙең күп булыуында. Шуға ла мәсеткә Ихлас исеме бирелә.

Быйыл Урыҫбай ауылына нигеҙ һалыныуға 160 йыл тула. Ошо уңайҙан "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы ла ойошторолдо. Сара сиктәрендә ветерандар советы рәйесе Хисам Абдуллин архив документтарға таянып яҙылған яңы китабының исем туйын үткәрҙе. Унда ауылдың тарихы сағылыш тапҡан. Ҡунаҡтар өсөн яңы баҫма ҙур бүләк булды. Тырыш һәм ныҡышмал ауыл халҡы байрамға шәжәрәләрен дә әҙерләгәйне.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина