Өфөлөләр йәнә беренсе

Учалыла үткән мотокросс буйынса Башҡортостан чемпионатының икенсе этабында Өфөләргә етеүсе булманы.

Фото №1 - Өфөлөләр йәнә беренсе

Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгендә шөғөлләнеүселәр 313 мәрәй менән "Горняк" һәм "Добрынин" командаларын еңде. Ярышта төбәктең мотоуҙышсыларынан тыш, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре вәкилдәре лә үҙ көсөн һынаны. Улар араһында йәш спортсылар күп булды. 95 ҡатнашыусының 53-ө үҫмерҙәр, иң йәшенә - 12 йәш.

Билдәле булыуынса, мотокросс буйынса төбәк чемпионаттың киләһе этаптары сентябрҙә Бөрө һәм Күмертау ҡалаларында үтәсәк.

Вячеслав Гладшенко,ярыштың баш судьяһы: «Ярыштың тәүге этабы Октябрьскиҙа уҙғайны. Беренсе урын өсөн көсөргәнешле алыш булды тип әйтә алам. Башҡортостан командалары көслө. Ул ваҡытта еңеүсе тип Учалының "Горняг"ы танылғайны, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Өфө ҡалаһы һәм районы командалары бүлеште. Лидерҙарҙың күп булыуы - был спорт төрөнөң үҫешенә төп этәргес. Ҡатнашыусыларҙы сәмләндерә.»

Автор: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ