Өфөлә мәғариф учреждениеларында 10 августҡа тиклем ремонт эштәре тамамланырға тейеш

Ҡаланың мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре дауам итә. Быйыл төҙөкләндереү 38 учрежденияла үтәсәк. Ремонтҡа сарыф ителгән дөйөм сумма 40 млн һум тәшкил итә.

Фото №1 - Өфөлә мәғариф учреждениеларында 10 августҡа тиклем ремонт эштәре тамамланырға тейеш

Ремонт ваҡытында бинаны йылытыу, тәҙрәләрҙе алмаштырыу кеүек эштәр башҡарыла. Бөгөнгө көнгә17 учрежденияла эштәр тамамланған. 10 августҡа тиклем бар учреждениеларҙа ла капиталь ремонт тамамланырға тейеш.

Капиталь ремонт эшенән тыш, бар учреждениеларҙа ағымдағы төҙөкләндереү үтә. Мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү 1 августтан алып 20 августҡа тиклем ҡабул ителәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ