Башҡортостанда иҫерек килеш руль артына ултырыусыны мәжбүри эшкә йәлеп иткәндәр

Белоретта иҫерек килеш руль артына ултырыусыны хөкөм итәләр. 39 йәшлек ир быға тиклем да ошондай уҡ хоҡуҡ боҙа.

Прокуратура хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың март айында ғәйепләнеүсе эскән килеш автомобиль руле артына ултыра. Уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Асыҡланыуынса, уҙған йылдың октябрь айында водителде ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн яуаплылыҡҡа тарттырғандар.

Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Хоҡуҡ боҙоусо 240 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп ителә. Шулай уҡ, өс йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә.

Фото: Интернет