Өфөлә йәшәүселәрҙе кейем-һалым банкын тулыландырыуҙа ҡатнашырға саҡыралар

Өфө ҡала хакимиәте кейем-һалым банкын тулыландырыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Кәрәкмәгән кейемдәрҙе ташламай, махсус ҡабул итеү пунктына тапшырырға мөмкин. Ул Совет районында урынлашҡан. Йыл дауамында өҫ һәм аяҡ кейемдәре, уйынсыҡтар ҡабул ителә. Йыйылған әйберҙәр мохтаждарға таратыла.

Учреждение «Үҙәк баҙар» туҡталышында Цюрупа урамы, 102,адресы буйынса урынлашҡан. Телефон 286-02-48.

Фото: Интернет.