Республикала пациент, тәнендә энәне онотоп ҡалдырған табиптарҙы судҡа биргән

Учалы районында йәшәүсе ҡатын ҡала дауаханаһын судҡа биргән. Операция ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсенең эсендә энәне онтоп ҡалдыра. Был хаҡта республиканың Юғары суды матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ведомтсвонан хәбәр итеүҙәренсә, операция 2016 йылдың йәйендә башҡарыла. Операциянан һуң, пациенттың биле һәм эсе ауырта башлай. Ауыртыу боролғанда, иңкәйгәндә һиҙелә. Табиптар ҡатынға «остеохондроз» диагнозын ҡуя. Пациент тикшереүгә ебәрелә. Рентген һөҙөмтәләре буйынса, ҡатында медицина энәһе табыла.

Бынан һуң, энә организмдан алына, зыян күреүсе Учалы дауаханаһын судҡа бирә. Ҡатын табиптарҙан 500 мең һум күләмендә компенсация алырға теләй.

Фото: Интернет.