Дәүләт автоинспекцияһы республиканың 16 районы уҡыусылары өсөн лагерь ойошторҙо. Был балалар быға тиклем «Хәүефһеҙ тәгәрәмәс» төбәк конкурсында еңеп сыға, ә бүләк урынына ЮХХДи хеҙмәткәре булып сығыш яһарға мөмкинлек тыуа.
«Йәштәр» балалар һауыҡтырыу лагерында ете көн дауамында хәүефһеҙ йөрөтөү, йәйәүлеләр һәм юлдарҙағы полиция эше ҡағиҙәләре менән танышасаҡ.
Динар Ғилметдинов, БР-ҙың ЮХХДИ етәксеһе: «Патруль автомобилдәрҙе, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре нимә менән шөғөлләнеүҙәре менән таныштырасаҡбыҙ. Конкурстар, экскурсиялар үткәрәсәкбеҙ. Былар барыһы ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген белһендәр өсөн ойошторола».




