Бөгөн, 18 июлдә, Туймазы районында ҡот осҡос авария теркәлә. Юлда ике автомобиль бәрелешә, бер транспорт урталай өҙөлөп китә. Әле юл участкаһында ҙур тығындар барлыҡҡа килгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Түмәнәк-Туймазы йүнәлешендә «Лада Приора» һәм «Ока» машиналары бәрелешә. Һөҙөмтәлә, «Ока» автомобиле икегә өҙөлә, артабан транспорт яна башлай. Аварияла һәләк булыусылар бар.
Ваҡиға сәбәптәре билдәһеҙ. Әле тикшереү эше бара.




