Башҡортостанда уртаса айлыҡ килем 35 мең һумдан артып китә

Республикала ағымдағы йылдың яҙында уртаса хеҙмәт 35 мең һумдан артып китә. Май айының һөҙөмтәләре буйынса, уртаса килем күләме 35 200 һум тәшкил итә. Уҙған йылда был ваҡытта уртаса хеҙмәт хаҡы 9%-ҡа түбәнерәк була.

Фото №1 - Башҡортостанда уртаса айлыҡ килем 35 мең һумдан артып китә

2018 йылдың ғинуар айынан май айына тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ килеме 31800 һум тәшкил итә. 2017 йылдың майы менән сағыштырғанда, хеҙмәт хаҡы 7,9%-ҡа арта.Иң юғары хеҙмәт хаҡы нефть продукттары етештереү хеҙмәткәрҙәренеке.

Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ килеме 76,9 мең һум. Файҙалы ҡаҙылмалар табыу менән шөғөлләнеүселәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы 58 013 һум күләмендә. Мәғлүмәт Башкортостанстаттан алынды.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ