Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Александр Тихонов менән осрашты.

Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй фәндәр академияһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Социаль идара һәм социаль технологиялар үҙәге етәксеһе, социология фәндәре докторы Александр Тихонов менән осрашты.

Осрашыуҙа һүҙ фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү хаҡында барҙы. Ил Президентының " 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә милли маҡсаттар һәм стратегик мәсьәләләр" тураһындағы указын Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде. Шулай уҡ социаль ресурстарҙың төбәк мөмкинлектәрен киңәйтеүҙәге роле, кешелек потенциалын һаҡлау, файҙаланыу һәм үҫтереү хаҡында фекер алышынды. Осрашыуҙа заманса шарттарҙа идара технологияларын камиллаштырыу мәсьәләһе лә күтәрелде.

Автор: Рәмзиә Кәримова