Сифатлы орлоҡ мул уңыш нигеҙе. Башҡортостан башлығы Шишмә селекция үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ғалимдар һәм белгестәр менән аралашты. Осрашыуҙа ҡаҙаныштар тураһында ғына түгел, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ла фекер алышынды.
Ноҡотто шартына килтереп сәстек әммә үҫеше туҡтап ҡалды, ти Әбйәлил сорт участкаһы етәксеһе Сергей Гусев. Көньяҡ райондарҙа күптән ямғыр яуғаны юҡ. Ноҡот борсағы ҡоролоҡҡа бирешеп бармаһа ла, йәй башындағы һалҡындар йылы яратыусан культураға кире йоғонто яһаған.
Башҡортостан башлығы Шишмә селекция үҙәге орлоҡ һынау майҙандарында юғары аҡһымлы ҡуҙаҡлы культураларҙы сорт камиллаштырыу эше менән танышты. Бында әле ноҡот борсағына ла урын бүленгән. Белгестәр табышлы шул уҡ ваҡытта Башҡортостан шарттарында юғары хәүефле культура тип иҫәпләй.
Әле республика хужалыҡтарында ноҡот, шипкән, рапс, люпин, соя, етен кеүек юғары табышлы культуралар үҙләштерелә. Уларҙың орлоҡтары йыш ҡына сит илдәрҙән килтерелә. Селекция үҙәге делянкаларында ла Австрия, Чехия, Белоруссияла сығарылған сорттар һына үтә. Тыуған тупраҡтарында улар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән. Әммә Башҡортостандың ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында улар ниндәй уңыш бирер әлегә билдәһеҙ. Үҙәк белгестәре табыш алам тип юғалтыу кисермәҫ өсөн һыналған культуралар һәм орлоҡтарҙы һайларға кәңәш итә.
Яуын йылы булһынмы, ҡоролоҡмы сәселгән культуралар мул уңыш бирергә тейеш. шуға ла селекция эшенең әһәмиәте йылдан-йыл арта ғына. Орлоҡто урындағы тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырыу ауыл хужалығының һөҙөмтәлелелен күтәрергә мөмкинлек бирә.
Сәфәре барышында Башҡортостан башлығы үҙәк ҡаҙаныштары менән генә түгел, артабанғы үҫешкә ҡамасаулаған ҡыйынлыҡтар тураһында ла асыҡтан-асыҡ фекер алышты. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, матди-техник базаны камиллаштырыу кеүек һорауҙарға ла туҡталды. Әле Башҡортостанда орлоҡсолоҡ тармағын үҫтереүгә ихтыяж ҙур. Ауыл эшсәндәре 20-40 йыл элек сығарылған технологияларҙы ҡуллана Шуға ла республика етәкселеге үҙәк менән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу яҡлы.
Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, төбәктә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү менән бер рәттән селекция һәм орлоҡсолоҡ йүнәлештәрен үҫтереү мөһим. Фәнни нигеҙҙә уңышлы хеҙмәттәшлек миҫалдары бар. Быйыл Март айында "Башҡортостандың элиталы орлоҡтары" ауыл хужалығы кооперативы ойошторолдо. Ул юғары селекциялы бойҙай, арыш һәм күп йыллыҡ үлән орлоҡтарын етештереүсе ауыл хужалығы предприятиеларын һәм фермерҙарҙы берләштерә. Сәсеү материалы менән уларҙы Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенә ҡараған Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты тәьмин итә. Шулай итеп фәнни ҡаҙаныштар ауыл хужалығына, тимәк, халыҡҡа хеҙмәт итә.




