Әбйәлил районынан 29 йәшлек ҡатындың үлем осрағы буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Красная Башкирия ауылынан Ксения Туленкова-Мецгер 16 июлдә Магнитогорск ҡалаһына автомобилен һатырға китә. Әммә шул көндән алып уның менән бәйләнеш өҙөлә. Тикшереүҙәр ваҡытында башы йәрәхәтләнгән ҡатындың кәүҙәһе Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә табыла. Әлеге ваҡытта ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе 24 йәшлек егет ҡулға алынған. Уның автосервиста эшләүе һәм автомобилдәрҙе һүтеү менән шөғөлләнеүе асыҡланған.

Фото №1 - Әбйәлил районынан 29 йәшлек ҡатындың үлем осрағы буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, оҡшаш хәл июль башында ғына Стәрлетамаҡта теркәлгәйне. Автомобилен һатырға киткән Максим Стародубовтың кәүҙәһе бер аҙнанан Ишембай районындағы гараждарҙың береһендә табылды. Хоҡуҡ һағында тороусылар енәйәттә ғәйепләнеүсе 35 йәшлек ирҙе ҡулға алған. Һорау алыу барышында ул транспорт сараһын алмаш өлөштәргә һатырға йыйыныуын белдергән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ