Яр буйындағы тормош

Мәсетле районының Юныс ауылына йыл һайын ярҙары ашалып, Әй йылғаһы яҡынлаша. Шунлыҡтан ике тиҫтәләп йорт ихатаһы хәүеф аҫтында ҡалған. Белгестәр йылғаның ярҙарын нығытырға, йә үҙәнен үҙгәртеү юлдарын ҡарай. Әммә был ҙур сығымдар талап итә.

Ни сәсһәң шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Хафизовтар ғаиләһе алдағы йылдарҙағы кеүек күпләп баҡса үҫтереп, картуфын ултыртып, мул уңыш алыр ине лә. Мөмкинлектәр генә юҡ. Әй йылғаһы ярҙары ашалып, утыҙ сутый ер урынына быйыл ни бары бишәүһе генә ҡалған.

Ҡомло яр йыуылып, йылына 2-3 метр ерҙең һыу менән ҡуша китеүе ауыл халҡын күптән борсой. Юныстар өс ҡатлы йорт бейеклегендәге йылға яры ишелеүен туҡтатыу маҡсатында йыл да ағас үҫентеләре ултыртып ҡарай. Әммә улар яҙғы ташҡын, ҡойма ямғырҙар йоғонтоһона түҙә алмай.

Әй йылғаһы ярында ҡыҙынып ятыуҙар, иркен майҙанда уйындар үткәреүҙәр хәҙер оло быуын вәкилдәренең генә хәтерендә.

Юныс ауылында төпләнгән Сафиндар ғаиләһенең мунса-ҡураһына һанаулы ғына метрҙар ҡалған. Мал-тыуар, иң мөһиме әле тәпәй баҫҡан улдары өсөн борсола йәштәр. Баҡса тирәһен

кәртәләп алһалар ҙа, бәләнән ул ғына ҡотмармаҫ, ти улар.

Ҡасандыр үҙәнен үҙгәртеп, ауылға яҡынлашҡан Әй йылғаһы мәсьәләһе район, республика кимәлендә лә билдәле . Әйткәндәй, Әй төбәктең Әбдрәхим ауылына ла хәүеф менән янай. Белгестәр йылғаның ярын нығытыу, йә үҙәнен үҙгәртеү юлдарын ҡарай.

Мәсьәләне хәл итеү юлдары барланған. Әммә урындағы хакимиәт етәкселеге әйтеүенсә, Әй Силәбе өлкәһенән баш ала, шуға ла ярҙы нығытыу, үҙәнен үҙгәртеү эштәренә сығымдарҙы бары тик федераль бюджеттан аҡса бүленгәндә генә атҡарырға була. Проект әҙерләнә, әммә ҡасан тормошҡа ашыр билдәһеҙ.

Автор: Фәниә Юланова