Өфө районының Зубов ауылы янынан ер участкалары һатып алыусылар милкенән ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Хәйер, әле был ерҙәрҙе милек тип әйтергә ярамай. Халыҡ аҡса ғына түләгән, ә хосусилаштырыу мөмкинлеге һаман бирелмәй. Баҡтиһәң, был ерҙәрҙә торлаҡ төҙөү өсөн бер нисә сикләү ҡуйылған.
Өфө эргәһендә генә, арзан хаҡҡа ер һатылыуын белгәс, Дамир Ваһапов һис икеләнеп тормай "Әсәлек капиталы"на ер участкалары һатып алырға була. Берәүҙе генә түгел, хатта дүртте. Шикләнерлек сәбәп булмай. Участка билдәләнгәс Дамир эште оҙаҡҡа һуҙмай йорт һалырға тотона.
Әммә йортто төҙөп бөтөргә яҙмаған. Ул ғына ла түгел, Юғары суд өйҙө тулыһынса һүтеү ҡарары сығарған. Сөнки ҡануниәт буйынса ауыл хужалығы ерҙәрендә теплицаларҙан башҡа ҡоролмалар һалырға ярамай. Ә бит һатып алғанда барыһы ла яҡшы буласаҡ тип вәғәҙәләгәндәр.
Ерҙәрҙе һатҡан "Престиж" кооперативы вәкилдәре әле лә был вәғәҙәләренән баш тартмай. Баҡса йорттары төҙөргә рөхсәт алдыҡ, хәҙер аэропорт менән һөйләшеү алып барабыҙ, тип тынысландыра.
Баҡтиһәң, ерҙәрҙе шәхси йорттар төҙөлөшө категорияһына индереүҙе "Өфө" аэпропорты сикләй. Ҡануниәткә ярашлы, осоу һыҙаты тирәләй йорт һалыу бөтөнләй тыйыла. Өфө районы етәкселеге әйтеүенсә, халыҡ үҙ аңһыҙлығы менән мутлашыусылар тоҙағына эләккән.
Бындай сетерекле хәлдә дүрт йөҙгә яҡын кеше ҡалған. Шулай ҙа квадрат метрҙар өсөн көрәштә туҡтап ҡалырға йыйынмайҙар. Улар фекеренсә, кемдер берәү махсус рәүештә эште тотҡарлай һәм ҡасандыр булһа ла ерҙәр хужалы булырына ышана.




