Сүп-сар менән көрәш

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу менән дүрт төбәк операторы шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ сүп-сарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү ҙә уларға йөкмәтелә. Әле инвесторҙар туғыҙ полигон һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе өс үҙәк төҙөргә ниәтләй. Бөгөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында төбәк операторҙары менән кәңәшмә уҙҙы.

Фото №1 - Сүп-сар менән көрәш

Әле республикала 2 500 урында рөхсәтһеҙ көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмө асыҡланған. Йыл аҙағына тиклем уларҙы бөтөрөү менән муниципалитеттар шөғөлләнергә тейеш. 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып төбәк операторҙары яуап бирәсәк. Халыҡ та был хеҙмәт өсөн айырым хаҡ түләйәсәк. Тарифтар сентябрь аҙағында билдәле буласаҡ. Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн түләүҙәр быға тиклем дә бар ине, әммә ул коммуналь түләүҙәр эсенә индерелгәйне. Хәҙер был хеҙмәт өсөн хаҡ айырым графа менән күрһәтеләсәк.

Автор: Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ