Саҡмағош районы үҙәгендә йәшәүсе десантсы Рөстәм Нәбиевтың тормошон тап шулай атарға мөмкин. Яңыраҡ сыҡҡан китабы ла ошо исем аҫтында нәшер ителгән. 2015 йылда Омскиҙа хәрби казарма емерелеүенән йәрәхәтләнгән замандашыбыҙ ике клиник үлем кисергән, 7 тәүлек тәрән йоҡола ятҡан, 16 операция, 40 көн реанимация һәм 11 ай госпиталдә дауаланған. Тормош һынауҙарына бирешмәй ул алға ынтылып йәшәй. Әле лә замандашыбыҙ сит илдән килтерелгән юғары технологиялы аяҡ протездарын үҙләштерә.
Рөстәм Нәбиевтың яңы аяҡ протездарына өйрәнә башлауына икенсе көн. Тиҙҙән ныҡлап аяҡҡа баҫып, таяҡһыҙ ғына йөрөп китеренә ышана. Был элеккеһенән күпкә еңелерәк ти замандашыбыҙ. Өҫтәүенә, заманса ла. Кеҫә телефоны һымаҡ зарядка йыйҙырырға, махсус ҡушымта ярҙамында күҙәтергә лә мөмкин.
Шулай уҡ буласаҡ паралимпия чемпионына спорт менән шөғөлләнер өсөн дә яйлы булмаҡсы. Унан бигерәк Рөстәм ҡыҙы Сафияның тиҙҙән атлап-йүгереп киткән ваҡытында етәкләшеп бергә йөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әйткәндәй, күптән түгел ул "Бөртөкләп йыйылған ғүмер" тип исемләнгән тәүге китабын нәшер итеүгә ирешкән. Повесть формаһында ижад ителгән йыйынтыҡ Рөстәмдең тотош тормошон күҙ алдына баҫтыра.
Рөстәм Нәбиев тормош иптәше Индира менән бергә тормошҡа зарланмайынса алға табан атлай. Үҙҙәренең йортон төҙөү хаҡында хыяллана. Йөрөүгә лә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә урын булһын өсөн. Тормош һынауҙарына бирешмәй, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған замандашыбыҙҙың протезға киткән сығымдары Рәсәйҙең социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе иҫәбенән ҡаплана.
Яңы протез аяҡтар Рөстәмгә ныҡлы этәргес биреренә өмөт ҙур. Ихтыяр көсөнөң ныҡлығы, тормош иптәшенең таянысы булышлыҡ итә. Оло еңеүҙәре лә алда әле. Юҡҡа ғына һауа-десант ғәскәрҙәренең девизы ла "Беҙҙән башҡа - бер кем дә" түгелдер.




