Федераль исемлеккә ингән ташламалы препараттар иҫәбе артыуы мөмкин. Әлегә тиклем төбәк бюджетынан финансланған 5 төрлө һирәк ауырыу өсөн дарыуҙарҙы федераль ҡарамаҡҡа күсереү ҡарала.
Был турала бөгөн Федерация советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Өфөлә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Лилиә Салауат ҡыҙы билдәләүенсә, һирәк, йәғни орфан ауырыуҙарын дауалау мөһим социаль проблема булып тора. Рәсәйҙә бындай сир менән 17 меңдән ашыу кеше интегә. Башҡортостанда иһә уларҙың иҫәбе 434 кеше. Орфан ауырыуҙары өсөн дарыуҙар һатып алыу бурысы төбәктәргә йөкмәтелгән, ә препаратар бик ҡиммәт. Федерация субьекттарының күбеһе был бурысты үтәй алмай. Әле орфан ауырыуҙарға 24 төрлө сир индерелгән, уларҙың бишәүһе өсөн айырыуса ҡыйбатлы дарыуҙар талап ителә. Эксперттар әйтеүенсә, ил буйынса йыл һайын ошо биш төргә генә 10 миллиард һум тирәһе аҡса кәрәк. Проблеманы әле федерация советы күҙәтеүгә алған. Сенаторҙар фекеренсә, был диагноздар өсөн препараттар федераль кимәлдә финансланырға тейеш. Әле закон проекты әҙерләнә. Өфөләге кәңәшмәлә яңғыраған тәҡдимдәр ҙә ҡануни документта сағылыш табасаҡ.




