Имәндәр - тере тарих

Быуаттар буйы йәшәгән ағастар - тере тәбиғәт һәйкәле. Өфөлә бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә ике быуатлыҡ имән ағасы тикшерелде. Өфөнөң 16-сы гимназияһы эргәһендә үҫкән имәндең фәнни эҙләнеүҙәре хаҡындағы мәғлүмәтте Никита Волков социаль селтәрҙәргә һала. Бөгөн был ағасҡа Мәскәү эксперттары ентекле тикшереү үткәрҙе.

Йәшел сауҡалыҡ эргәһендәге был имәндең йәшен белгестәр ике быуаттан ашыу тип фаразлай. Йөҙйәшәр ағас хаҡында тәүгеләрҙән булып мәғлүмәтте социаль селтәрҙәргә Өфөнөң 16-сы гимназия уҡыусыһы Никита Волков һалған.

Никита Волковтың эҙләнеүҙәре менән Мәскәү ғалимдары ла ҡыҙыҡһына. Мәктәп уҡыусыһының экологик тикшеренеүҙәре бөгөнгө экспертизаға юл асҡан. Улының шөғөлөн атаһы ла хуплай. Нисек кенә булмаһын экологик хәүефһеҙлек йәштәр ҡулында.

Владислав Волков, Никита Волковтың атаһы: «Илебеҙ киләсәге балалар ҡулында. Уларҙың теүәл, техник һәм тәбиғи фәндәрҙе тәрән өйрәнеүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Был шөғөлдәр уларға үҫергә, тәрән белемле булырға мөмкинлек биреүҙән тыш, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдыра».

Был имән ағасының теүәл йәшен билдәләүҙә һәм ағасты тәрәнерәк өйрәнеүҙә экологик яҡтан хәүефһеҙ ысулдар ҡулланылды. Диаметры биш миллиметр булған махсус бырау ярҙамында ағас үҙәгенән кәрәкле материал алынды. Ул артабан имәндең йәшен билдәләү маҡсатында Мәскәүгә дендохронологик лабораторияға ебәрелә. Йыллыҡ ҡулсалар һанынан сығып, имәндең теүәл йәше билдәләнәсәк.

Андрей Черкашов, Рәсәйҙең ағас экспертизаһы үҙәге белгесе: «Беҙҙең программаның маҡсаты - ағастарҙы һаҡлау һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү. Киләсәктә был тере тәбиғәт ҡомартҡыларынан турист маршруттары ла төҙөү күҙаллана.»

Никита Волков менән бер гимназияла уҡыусылар өсөн ике быуат ғүмер кисергән имән ағасын ғилми нигеҙҙә өйрәнеү мауыҡтырғыс. Үҫмерҙәр эксперттарға ағастың диаметрын һәм бейеклеген үлсәгән ябай, әммә мөһим этаптарҙа ярҙам итте.

Арина Тимерғәлиева, Өфөнөң 16-сы гимназияһы уҡыусыһы: «Был имәндең йәшен уны бысмайынса ла асыҡларға була. Миңә был ағасты өйрәнгән белгестәрҙе тыңлау бик ҡыҙыҡ.»

Имәнгә ҡағылышлы бер генә деталде эксперттар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ағастың сәләмәтлеген билдәләү маҡсатында үҙәғасты тишеүҙә тағы ла нескәрәк бырау ҡулланылды. Бырауҙың диаметры ни бары бер ярым миллиметр, был ҡорамал шулай уҡ төҙөлөштә ағас таяуҙарҙың ныҡлығын тикшергәндә алыштырғыһыҙ.

Өфө ҡалаһындағы боронғо ағастарҙы өйрәнеү -мауыҡтырғыс һәм кәрәкле. Бөгөнгө ысул күп быуат йәшәгән ағастар хаҡында ғына мәғлүмәт бирмәй, ә уларҙы яҡлау һәм һаҡлау юлдарын да хәл итә.

Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһы эргәһендә урынлашҡан имән ағасына яҡынса ике быуаттан ашыу. Әммә был ағасты теүәл йәше лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында билдәләнәсәк. Бөгөн эксперттар имәндең диаметрын, бейеклеген, резистограф ярҙамында физик торошон асыҡланы, шулай уҡ ағастың географик координаталары ла билдәләнде.

Автор: Гүзәл Борханова