"Өфө" футбол клубы яңы миҙгелгә әҙерләнеүен дауам итә

"Өфө" футбол клубы Австрияла яңы миҙгелгә әҙерләнеүен дауам итә. Йыйындар сиктәрендә Башҡортостан вәкилдәре кисә Истамбулдың "Башаҡшәһәр" командаһы менән иптәштәрсә осрашыу уҙғарҙы. Көсөргәнешле уйын төрөктәр файҙаһына 2:3 иҫәбе менән тамамланды. Яҡташтарыбыҙҙан туптарҙы Иван Пауревич менән Вячеслав Кротов индерҙе. Австриялағы һуңғы контроль осрашыуҙы Сергей Томаров тәрбиәләнеүселәре 20 июлдә Италияның "Удинезе" клубына ҡаршы үткәрә.

Фото №1 - "Өфө" футбол клубы яңы миҙгелгә әҙерләнеүен дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ