Өфөнөң Ленин районында йыл башынан алып 140 гараж һүтелгән

Участкаларҙа законһыҙ ултыртылған гараждарҙы һүтеү эше дауам итә. Йыл башынан алып ике автогараж кооперативтарынан металл бокстар алына. Уларҙа 361 гараж була.

Ер участкаһын ҡуртымға алыу ваҡыты тамамланыу сәбәпле гараждар һүтелә. Шулай уҡ, йорт алды биләмәләренән дә металл ҡоролмалар алына. Уларҙы урында йәшәүселәр үҙ аллы урынлаштырған. Йыл башынан ошондай 140 гараж һүтелә.

Билдәләп үтергә кәрәк, гараждар ҡала йөҙөн боҙа. Һүтелгән металл бокстар урынына балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк. Һүтеү эше дауам итәсәк.