Өфөлә еләк йәрминкәһе уҙа

21 июлдә Спорт һарайы ҡаршыһында сираттағы еләк йәрминкәһе уҙа. Урында йәшәүселәрҙе сауҙаға саҡыралар.

Еләк йәрминкәһе ошо шәмбе уҙа. Сарала фермерҙар, баҡсасылар ҡатнаша ала.

Йәрминкәлә еләктәр һатып алырға мөмкин. Сауҙа 10:00- 16:00 сәғәттәрҙә үтә. Билдәләп үтергә кәрәк, йәрминкәлә ит, һөт продукциялары менән сауҙа итергә тыйыла.

Фото: Интернет