Башҡортостанда юғалған ҡатынды эҙләү тамамланды

Учалыла йәшәүсе 28 йәшлек ҡатында эҙләү тамамланды. Ҡатын һуңғы тапҡыр 14 июлдә бәйләнешкә инә, дүрт көн дауамында уны полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр эҙләй. Ошо көндәрҙә, 18 июлдә, Наталья Ғарипова йортона ҡайта. Был хаҡта ҡатындың ире хәбәр итә.

Ҡатындың хәле яҡшы. Ҡайҙа юғалып йөрөгәнен әле полиция асыҡлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Учалыла йәшәүсе Наталья Ғарипова ун дүртенсе июлдә юғала. Ҡыҙ юлда автомобиль туҡтатып, Белорецкҡа юл тота. Ошо көндән уның менән бәйләнеш юғала. Натальяның тормош иптәше полицияға һәм күрәҙәсегә мөрәжәғәт итә.