Республикала һауа торошо боҙолоуо хаҡында иҫкәртәләр

Иртәгегә һауа торошо билдәле булды. Йома, 20 июлдә, республикала йәшенлә ямғыр үтәсәк. Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡыралар.

Хәбәр итеүҙәренсә, 20 июлдә һауа торошо боҙола. Республика биләмәһендә ҡойма ямғыр һәм йәшен вәғәҙә ителә. Шулай уҡ, көслө дауыл сығыуы мөмкин.

Йәшен һәм көслө дауыл ваҡытында ағастарҙан йыраҡ тороу мөһим. Шулай уҡ, автомобилдәрҙе ағастар аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш ителә.

Фото: Интернет