Өфөлә сауҙа павильонының хужаһын эҙләйҙәр

Совет районында сауҙа павильоны хужаһын эҙләйҙәр. Үҙ аллы урынлаштырылған сауҙа нөктәһе 27 июлгә тиклем һүтелергә тейеш.Уның хужаһы билдәһеҙ.

Павильон Менделеев урамы, 175, корп. 6 адресы буйынса урынлашҡан. Ул үҙ аллы, рөхсәтсәтһеҙ ҡуйылған. Һүтелгән павильон Пархоменко, 202 адресы буйынса һаҡланасаҡ.

Законһыҙ урынлаштырылған объекттарҙы һүтеү эше дауам итә. Белешмә өсөн телефон: 2733320.

Фото: Интернет