"Янғантау" геопаркы Юнесконың глобаль геопаркы статусын алыу өсөн көрәшәсәк

Бөгөн Республика Башлығының Юнеско геопарктары глобаль селтәренең халыҡ-ара эксперты Сурен Гевинян менән осрашыуында һөйләшеү ошо хаҡта барҙы.

Геопарктарҙың ике төрө бар, төбәк ҡарамағындағылары һәм Юнесконың глобаль статусын алғандары. Икенсе исемлеккә эләгеү өсөн оҙайлы әҙерлек талап ителә. Геопарк майҙанының сиктәрен билдәләү, идара структураһын ойоштороу, геологик, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫ базаһын төҙөү, проектты ғәмәлгә ашырыуҙың стратегик планын әҙерләү һәм башҡалар. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан тәбиғәте бай һәм үҙенсәлекле. "Янғантау" геопаркы биләмәһендә генә 20 геологик объект бар, уларҙың өсәүһе халыҡ-ара, 10-ы милли, 21-е ғилми әһәмиәткә эйә. Матди сығанаҡтар билдәләнгән, финанслау проблема юҡ, тине Республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «Республика богата своей природой. У нас несколько сотен памятников природы, несколько крупных заповедников. Но, как и во всей России, нет ни одного геопарка. Безусловно, мы хотели бы продолжать эту работу, не ограничиваться только Салаватским районом. Давайте «испечём первый блин», посмотрим, чтобы он оказался по-настоящему «пропечённым» во всех смыслах и правильно приготовленным. Научимся, а дальше, думаю, что у нас ещё объекты появятся.»

"Янғантау" геопаркы Рәсәйҙән юғары статусҡа тәҡдим ителгән тәүге объект. Ғариза сентябрҙең башында Италияла үткән Бөтә донъя конференцияһында ҡарала. Ҡарарҙы Юнеско ҡарамағында булмаған бойондороҡһоҙ комиссия сығара. Әгәр тәҡдим хуплау тапһа, "Янғантау"ға Юнесконың глобаль геопаркы статусы киләһе йылдың апрелендә биреләсәк. Сурен Гевинян әйтеүенсә, был статус геопарк өсөн киң мөмкинлектәр аса. Халыҡ-ара кимәлдә танылыуҙы арттырыу, яҡлау табыу, шулай уҡ ерле халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге. Туристар ағымының артыуы кәсепселәр өсөн килем сығанағы ла булып тора. Халыҡ-ара эксперт статусты алыу өсөн Башҡортостандың мөмкинлеге киң.

Сурен Гевинян,Юнеско геопарктары глобаль селтәренең халыҡ-ара эксперты: «Юнесконың глобаль паркы исеме бирелеү, тимәк, был биләмәнең геологик төҙөлөшө халыҡ-ара кимәлдә яҡлауға-һаҡлауға лайыҡ тигәнде аңлата. Икенсенән, был зона хәүефһеҙ, үҫеш бар яҡлап тотороҡло бара тигән һүҙ. Һеҙҙең тарихығыҙ, тәбиғәтегеҙ бай, ә иң мөһиме йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаған, быуындан-быуынға тапшырған халҡығыҙ, фәнегеҙ бар.»

Автор: Рәмзиә Кәримова